4 декабрь, Йәкшәмбе

09 август 2011 йыл, 14:36

Башҡортостанда 1 сентябрҙә 435 меңдән ашыу бала уҡырға барасаҡ

автор: Эльмира Сабирова

Белем көнөндә Башҡортостанда 435 меңдән ашыу бала уҡырға барасаҡ. Был хаҡта БР Мәғариф министрлығында хәбәр иттеләр. Әммә, ведомствола билдәләүенсә, был һандың үҙгәреүе мөмкин.

Төбәк Мәғариф министрлығы мәғлүмәтенә ярашлы, быйыл беренсе класҡа 43600 уҡыусы бара. Былтыр уларҙың һаны 44 меңдән ашыу ине. 11-се класҡа 1 сентябрҙә — 26330-ҙан ашыу, 10-сыға – 25 меңдән ашыу, туғыҙынсыға 43 меңдән ашыу уҡыусы барасаҡ.

Республикала дөйөм белем биреү учреждениеларына ҡабул итеүҙәр башланған да инде. Тәү сиратта мәктәптәрҙә комплекслы хәүефһеҙлек системаһының барлығы тикшерелә. Надзор органдары тарафынан асыҡланған барлыҡ ҡағиҙә боҙоуҙар бөтөрөлә.

темалар: мәғариф