9 декабрь, Йома

09 август 2011 йыл, 13:22

Республика көнөнә Өфөлә яңы бассейн сафҡа индереләсәк

автор: Марина Шумилова | фото: Азат Саҙрыев

«Берҙәм Рәсәй»ҙең «500 бассейн» партия проекты сиктәрендә М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты нигеҙендә эшләйәсәк бассейн төҙөү барышы менән республика берҙәм рәсәйлеләр лидеры, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы Рәйесе Константин Толкачев танышты. Уны Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Раил Әсәҙуллин һәм Өфө хакимиәте башлығы Павел Качкаев оҙатып йөрөнө.

— Бассейн тейешле графикка ярашлы төҙөлә, бөгөнгө көнгә, дөйөм алғанда, төҙөлөш-монтажлау эштәре тамамланған, — тип хәбәр итте объектты ҡарағанда Раил Әсәҙуллин. – Объектта Австрия һәм Мәскәү белгестәре эшләй. Бүлмәләре, күнекмә үткәреү залдары менән ҡуша объект, графикка ярашлы, Республика көнөнә файҙаланыуға тапшырыласаҡ.  

Бассейн төҙөлөп бөткәндән һуң, унда Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары ғына түгел, барлыҡ теләүселәр ҙә шөғөлләнә аласаҡ. Бассейндан тыш бында секция һәм түңәрәктәр үткәреү өсөн бер нисә зал буласаҡ. Бында килеүселәрҙең уңайлығы өсөн барлыҡ шарттар ҙа булдырыу ҡаралған – кейем алмаштырыу һәм душ бүлмәләре буласаҡ, балалар менән шөғөлләнгән белгестәр эшләйәсәк. Бассейән эргәһендә ер аҫты машиналар ҡуйыу урыны төҙөлә. Барлыҡ эштәр ҙә сифатлы һәм тейешле сроктарҙа башҡарыласаҡ, тип ышандыра подрядсылар.

— Бассейндың графикка ярашлы төҙөлөүе беҙҙе ҡыуандыра, ҡайһы бер йүнәлештәр буйынса төҙөлөш графиктан алда ла бара, — тип билдәләне Константин Толкачев. – Ҡорамалдар ваҡытында урынлаштырыласаҡ, тип ышаныслы әйтә алабыҙ. Республикала бындай төҙөлөп бөтөп килгән объекттар өсәү. Улар – Стәрлетамаҡта Спорт һарайы, Бөрөләге һәм әлеге бассейн. Был объекттар төҙөлөшө тейешле сроктарҙа тамамланып, улар файҙаланыуға ваҡытында тапшырылырға тейеш, тип хәбәр итә ER.RU порталы.