Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

26 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов: «Беҙ нефть сәнәғәте һәм нефть химияһына бәйлелектән баш тартырға уйлайбыҙ»

Иҡтисад

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың рәсми делегацияһы ҡатнашлығында Калуга өлкәһенең иҡтисади потенциалын презентациялауҙа ҡатнашты һәм губернатор Анатолий Артамонов менән осрашты.

Сара барышында Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһы иҡтисадының ҙур диверсификация талап итеүен билдәләне.

— Беҙ нефть сәнәғәте һәм нефть химияһына бәйлелектән баш тартырға уйлайбыҙ, сөнки бында етди иҡтисади хәүеф бар. Шуға күрә инвестициялар йәлеп итеү һәм эре индустриаль парктар булдырыу буйынса башҡа төбәктәрҙең тәжрибәһен өйрәнәбеҙ. Калуга өлкәһендә беҙ бик ҡыҙыҡлы һәм һөҙөмтәле эш тәжрибәһе күрҙек.

— Хәҙер бизнес-мөхиттә Башҡортостан тураһында ышаныслы төбәк булараҡ һүҙ йөрөтәләр, — тип билдәләне Калуга өлкәһе губернаторы. – Иң мөһиме – инвестицион климатты яҡшыртыу темптарын кәметмәү һәм төбәк абруйын юғары кимәлдә тотоу.

Калуга өлкәһенең яҡшы инвестицион климатын булдырыу тарихы 1998 йылда Обнинск ҡалаһында тәүге сәнәғәт паркын төҙөү менән бәйле, тип һөйләне Анатолий Артамонов. Тиҙ арала инженер селтәрҙәре үткәрелгән майҙансыҡта ҙур булмаған етештереү предприятиелары ҡалҡып сыҡҡан. Уңышлы тәжрибә булыу сәбәпле төбәк етәкселеге ҙурыраҡ проекттарға тотонған.

Рөстәм Хәмитов Калуга өлкәһендә инвесторҙар өсөн төбәк һалым ташламаларының булыу-булмауы менән ҡыҙыҡһынды. Асыҡланыуынса, төбәктә тәүге осорҙа эшҡыуарлыҡ өсөн килемгә, милеккә, ергә һалымдар, транспорт һалымы буйынса билдәле ташламалар бар. Шундай уҡ һалым ташламалары быйыл Башҡортостанда ла булдырылған, тип хәбәр итә республика Президентының матбуғат хеҙмәте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть