Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.52 ↓

EUR 62.09 ↑

24 март, Йома

Уфа   °

Калуга өлкәһендә Рөстәм Хәмитов машиналар эшләү предприятиелары комплексын ҡараны

Иҡтисад

8 августа «Грабцево» индустриаль паркында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов машиналар эшләү комплексы предприятиеларын ҡараны. Бында Volkswagen автомобилдәрен етештереү ойошторолған. Производствола биш меңдән ашыу кеше эшләй.

Республика башлығы «Северсталь» асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән «Гестамп» испан компанияһының уртаҡ предприятиеһы – «Гестамп-Северсталь-Калуга» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең етештереү майҙансыҡтарында булды.

Штамплау производствоһы 2010 йылда сафҡа индерелгән һәм ул кузов деталдәре етештерә. Етештереү ҡеүәте йылына 13 миллион штампланған деталь тәшкил итә. Штатта 160 кеше иҫәпләнә.

Предприятие продукцияһын һатып алыусылар — «Фольксваген Групп Русс», «PSA Peugeot Citroen», «Renault-Avtoframos». Проектҡа һалынған инвестициялар күләме 89 миллион евро тәшкил иткән, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Президентының матбуғат хеҙмәтендә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть