10 декабрь, Шәмбе

08 август 2011 йыл, 15:57

Рөстәм Хәмитов «Ворсино» индустриаль паркында булды

автор: "Башинформ" | фото: Андрей Старостин

Калуга өлкәһенә эш сәфәре барышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Ворсино» индустриаль паркында булды, унда ул паркта урынлаштырылған «Самсунг Электроникс Рус Калуга» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә телевизор панелдәрен етештереү менән танышты.

2007 йылдың июль айында XI Халыҡ-ара иҡтисади форум сиктәрендә Санкт-Петербург ҡалаһында «Samsung» компанияһы менән Калуга өлкәһе араһында инвестицион килешеүгә ҡул ҡуйылған. Проектты тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә «Ворсино» индустриаль паркы территорияһында «Samsung Electronics» компанияһының заводы – «Самсунг Электроникс Рус Калуга» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төҙөлгән.

Сәнәғәт комплексы өсөн бүленгән территория 47,3 гектар тәшкил иткән. Заводтың тәүге етештереү линияһы 2008 йылдың октябрь айында сафҡа индерелгән. Башҡортостан Президентының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, инвестицияларҙың дөйөм күләме 3,5 миллиард һум тәшкил иткән. Предприятиеның төп продукцияһы – Рәсәй, Украина һәм Ҡаҙағстан өсөн етештерелгән телевизорҙар. Етештереү ҡеүәтенең иң юғары кимәле йылына 2,2 миллион берәмек тәшкил итә.