5 декабрь, Дүшәмбе

08 август 2011 йыл, 15:14

Рөстәм Хәмитов эш визиты менән Калуга өлкәһенә барҙы

автор: Сергей Захаров

8 августа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Калуга өлкәһенә барҙы. Республика башлығының визиты Калуга өлкәһе губернаторы Анатолий Артамонов саҡырыуы буйынса ойошторолған.

Башҡортостан Президентының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүенсә, Рөстәм Хәмитов өлкәлә техно- һәм индустриаль парктар эшмәкәрлеге менән, шулай уҡ 2014 йылға тиклемге осорға иҫәпләнгән «Профессионалдар өсөн торлаҡ» өлкә программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырылған аҙ ҡатлы йорттар төҙөлөшө проекты менән танышырға планлаштыра. Башҡортостан Президенты төҙөлөп ятҡан кварталдарҙың береһендә булырға ниәтләй.

Шәхси осрашыу сиктәрендә Рөстәм Хәмитов менән Анатолий Артамонов төбәктәр араһындағы ике яҡлы хеҙмәттәшлек перспективаларын тикшерәсәк.

Башҡортостан Президенты шулай уҡ Калуга өлкәһенең иҡтисади потенциалын презентациялауҙа ҡатнашасаҡ.