11 декабрь, Йәкшәмбе

08 август 2011 йыл, 12:43

Башҡортостан Президенты Иглинда йәшәүселәрҙе ауылдың 225 йыллығы менән ҡотланы

автор: "Башинформ"

Иглин районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Иглин ҡасабаһының 225 йыллыҡ байрамында ҡатнашты, тип хәбәр итә БР Президентының матбуғат хеҙмәте.

«Бөгөн Иглин районында булыу, һеҙҙе шатлыҡлы, бәхетле итеп күреү бик күңелле, — тине республика башлығы, Иглинда йәшәүселәрҙе байрамдары менән ҡотлап. – Бөгөн көн яҡшы башланды – Урман ауылының хәрби часть келәттәрендәге ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә зыян күреүсе кешеләргә асҡыстар тапшырҙыҡ. Бөгөн ул кешеләрҙә лә ҙур байрам. Ике ай элек бәлә ине, ә хәҙер барыһы ла яҡшы бара: кешеләрҙең яңы фатирҙары, яңы өйҙәре бар».

Рөстәм Хәмитов республиканың Иглин районы халҡына, уларҙың хеҙмәтенә ҡарата ихтирамлы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

«Иглин районы – ул һәр ваҡытта ла яҡшы кәйеф, ул – хеҙмәттә яҡшы һөҙөмтәләр. Иглин халҡы – ул Ватаныбыҙҙың тоғро кешеләре. Быны беҙ яҡшы беләбеҙ, — тип билдәләне республика Президенты. – Уларҙың барыһына ла ҙур рәхмәт».

Рөстәм Хәмитов шулай уҡ ауылға нигеҙ һалыусы Елена Иглина исемендәге төҙөкләндерелгән паркта булды. Бында балалар ҡаласығы, спорт майҙансығы төҙөлгән, быуа таҙартылған. Рөстәм Хәмитов район етәкселегенә спорт майҙансығында заманса полимер ябыуҙы ҡулланыу мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итте.

темалар: БР Президенты