3 декабрь, Шәмбе

05 август 2011 йыл, 18:17

Башҡортостанда БДИ үткәреүгә контроллек итеү буйынса ведомство-ара комиссия булдырыласаҡ

автор: Эльмира Сабирова | фото: Андрей Старостин

Йома, 5 августа, юғары уҡыу йорттары беренсе курсҡа ҡабул итеү тураһында бойороҡтар сығарҙы, быға ҡарамаҫтан БДИ темаһы әле булһа актуаль. Быйылғы Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләрен бөтә кимәлдәрҙә лә тикшереү дауам итә. Фекерҙәр, алдан көтөлгәнсә, бер-береһенә ҡаршы килә.

Бөгөн Республика йортонда үткән видеоселектор кәңәшмәһендә Башҡортостанда асыҡланған БДИ барышындағы тәртип боҙоуҙар һәм уның ғәҙел үтеүен тәьмин итеү хаҡында һүҙ барҙы. Кәңәшмәлә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, БР Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина, БР мәғариф министры Әлфис Ғаязов, юғары уҡыу йорттары ректорҙары, ҡала һәм райондарҙың мәғариф бүлеге етәкселәре ҡатнашты.

— Яңыраҡ Башҡортостанда Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Любовь Голубева булды. БДИ һөҙөмтәләренең бөтә предметтар буйынса ла тотороҡло юғары булыу сәбәптәрен асыҡларға тырышыу уның бында килеүенең бер маҡсаты булды, — тип иҫкә төшөрҙә Рөстәм Хәмитов. – 2011 йылда республикала уртаса Рәсәйҙәге менән сағыштырмаса БДИ буйынса уртаса балл 11 предметтан алты балдан ашыуға күтәрелгән. Балтас, Йәрмәкәй, Илеш, Кушнаренко, Саҡмағош, Шишмә райондарында һәм Ағиҙел ҡалаһында уртаса балл республика кимәлендәгенән күпкә, 7-13 балға, артҡан. Был муниципалитеттар бындай юғары һөҙөмтәләрҙе беренсе йыл ғына күрһәтмәй. Ләкин беҙгә киләһене асыҡларға кәрәк – был ысынында ла белемдең юғары кимәлеме, әллә билдәләрҙең ғәҙел булмауымы.

Быйыл 100 балл йыйыусылар һаны (24) былтырғыға ҡарағанда өс кешегә кәмерәк булһа ла, 81-ҙән алып 90 балға тиклем йыйыусы уҡыусылар һаны күпкә артҡан.

Асыҡланған БДИ барышындағы тәртип боҙоуҙарға Президент айырыуса иғтибарын йүнәлтте.

Ирекле күҙәтеүселәр эше хаҡында ла һүҙ сыҡты. Президент иҫәпләүенсә, «БДИ барышына контроллек итеү системаһы мөмкинлектәре менән беҙ тулыһынса ҡулланмайбыҙ».

Быйыл ирекле күҙәтеүсе сифатында 684 кеше аккредитация үткән, былтырғыға ҡарағанда был өс тапҡырға күберәк. Ләкин, Президент әйтеүенсә, бер тәртип боҙоуҙы ла улар асыҡламаған.

Алда әйтеп үтелгән мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағында ведомство-ара комиссия булдырыласаҡ, тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов.

Республикала БДИ процедураһын камиллаштырыу буйынса бер нисә йүнәлеш хаҡында мәғариф министры Әлфис Ғаязов та әйтте. Процесстың әхлаҡи яғын ул иң мөһиме тип атаны.

Республика юғары уҡыу йорттарының Ректорҙар советы рәйесе Морат Ғөзәйеров ирекле күҙәтеүселәр итеп вуз уҡытыусыларын йәлеп итергә кәрәк, тип иҫәпләй. Бынан тыш, уның фекеренсә, БДИ үткәргәндә юғары уҡыу йорттары аудиторияларын файҙаланырға кәрәк.

Кәңәшмә аҙағында тәртип боҙоусыларға ҡарата эштән бушатыуҙы ла күҙ уңында тотҡан ҡаты яза буласаҡ, тип билдәләнде.

— Тәртип боҙоусылар административ ҡына түгел, енәйәт яуаплылығына ла тарттырыласаҡ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Зөһрә Рәхмәтуллина.