Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.14 ↑

EUR 67.14 ↓

23 июнь, Йома

Уфа   °

Краснохолмский ауылында Рөстәм Хәмитов элекке Быраулау эштәре идаралығының етештереү территорияларында булды

Иҡтисад

Краснохолмский ауылында Рөстәм Хәмитов элекке Быраулау эштәре идаралығының етештереү территорияларында булды.

Ағымдағы йылдың 1 ғинуар торошона ярашлы предприятие районда бөтөрөлгән. Әлеге ваҡытта Краснохолмский ауылында 8,5 меңдән ашыу кеше йәшәй. 1990-сы йылдарҙа ауылдың Быраулау эштәре идаралығында 1500-ҙән ашыу кеше эшләгән.

Идаралыҡтың цехтары һәм участкалары ябылыу сәбәпле ауылда дөйөм майҙаны 24 мең квадрат метр тәшкил иткән 29 етештереү объекты бушаған, әлеге ваҡытта улар файҙаланылмай.

Майҙансыҡты ҡараған ваҡытта Ҡалтасы районы етәкселеге бушатылған майҙансыҡтарҙа халыҡты ер эшкәртеү һәм уңыш йыйыу буйынса хеҙмәтләндерә аласаҡ «Башҡорт МТС-ы» филиалын асыу тәҡдимен еткерҙе.

Рөстәм Хәмитов бушатылған территорияларҙа яңы предприятиелар урынлаштырыу өсөн сит инвесторҙар йәлеп итеүҙе лә күҙ уңында тотоп, барлыҡ мөмкинлектәрҙе ҡарарға тәҡдим итте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть