8 декабрь, Кесе йома

05 август 2011 йыл, 11:34

Рөстәм Хәмитовҡа кирбес етештереү линияһын күрһәттеләр

автор: «Башинформ»

Башҡортостан Президентының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 4 августа «Ҡалтасы кирбес заводы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә Рөстәм Хәмитов заводтың етештереү линияһы менән танышты.

Бығаса предприятие муниципаль милектә булған. Банкротлыҡ арҡылы предприятиены шәхси инвестор һатып алған. Әлеге ваҡытта тәүлек әйләнәһенә эшләп, завод көн һайын 25 мең данаға тиклем шартлы кирбес етештерә.

Төп һатып алыусылар иҫәбендә — Нефтекама, Яңауыл ҡалаларының төҙөлөш ойошмалары, шулай уҡ Ҡалтасы, Краснокама, Борай һәм Бөрө райондары халҡы.

Киләсәктә предприятиела кирбес сифатын яҡшыртҡан яңы энергия һаҡлау технологияларын ҡулланылышҡа индереү, етештерелгән продукция ассортиментын киңәйтеү планлаштырыла.

Предприятиела республика Президентына әлеге ваҡытта заводтың карьерҙан сеймал сығарыуға лицензия ала алмауы хаҡында һөйләнеләр. Запастағы балсыҡ бөтһә, етештереүҙең туҡтап ҡалыуы ла бар. Был осраҡта заводтың 90-дан ашыу хеҙмәткәренең эшһеҙ ҡалыуы мөмкин. Уртаса 12 мең һум тәшкил иткән хеҙмәт хаҡын да улар ала алмаясаҡ.