Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

23 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Ҡарман балыҡсылыҡ хужалығының үҫеш перспективалары менән танышты

Иҡтисад

4 августа Николо-Березовка ауылында республика Президенты етештереү майҙансыҡтарын ҡараны һәм «Ҡарман балыҡсылыҡ хужалығы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең продукцияһын баһаланы.

Ҡарман балыҡсылыҡ хужалығы үткән быуаттың 70-се йылдарында ойошторолған. Оҙаҡ ваҡыт хужалыҡ һаҙан балығын үрсетеү буйынса ғына махсуслашҡан. 1991 йылда етәкселек һәм милек формаһы алмашыныу менән бында башҡа төр ҡиммәтле балыҡ тоҡомдары үрсетеү менән шөғөлләнергә ҡарар иткәндәр. Бөгөнгө көнгә был Рәсәйҙең иң эре индустриаль балыҡсылыҡ хужалыҡтарының береһе булып тора. Балыҡ үрсетеү күләме – 500-600 тонна һаҙан, 50-100 тонна бикре, 30-40 тонна бағыр. Бында шулай уҡ 800-ҙән 1000 килограмға тиклем ҡара ыуылдырыҡ та етештерелә.

Хужалыҡтың махсус хеҙмәте менән балыҡ заманса DAF машинаһы ярҙамында һатыуға сығарыла. Был машина йылдәң һәр миҙгелендә лә Өфөгә, Мәскәүгә һәм башҡа ҡалаларға балыҡты тереләй килеш еткерергә мөмкинлек бирә.

2008-2012 йылдарға иҫәпләнгән ауыл хужалығы үҫеше һәм ауыл хужалығы продукцияһы, сеймал һәм аҙыҡ-түлек баҙарын көйләү республика программаһы сиктәрендә үҙҙәренең аҡсаһына һәм кредит ресурстары ярҙамында инкубация цехы төҙөлгән. Рөстәм Хәмитов балыҡ етештереү технологияһы һәм хужалыҡты үҫтереү пландары менән танышты. Бында скважина һыуында балыҡ үрсетеү буйынса ике модуль төҙөү планлаштырыла.

Президент Башҡортостандың таҙа һәм һалҡын һыулы йылғалары булған таулы райондарында ошондай уҡ хужалыҡтар булдырыу мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итте, тип хәбәр итә республика башлығының матбуғат хеҙмәте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть