Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Президенты «Никола ҡорамы» тарихи-мәҙәни үҙәгендә булды

Йәмғиәт

Республиканың төньяҡ-көнбайышы буйлап эш сәфәре барышында Башҡортостан Президенты Николо-Березовка ауылының «Никола ҡорамы» тарихи-мәҙәни үҙәгендә булды.

Республика башлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәтенә ярашлы, Рөстәм Хәмитов әле тергеҙеү кимәлендә булған храмды ҡараны, музейҙа булды һәм дин әһелдәре менән аралашты.

Үҙәктең тарихи-мәҙәни мираҫын тергеҙеү һәм һаҡлау маҡсатында «Никола ҡорамы» тарихи-мәҙәни үҙәгендә сәнәғәт предприятиелары һәм шәхси эшҡыуарҙар ярҙамында тергеҙеү эштәре алып барыла. 101 метр оҙонлоҡтағы тимер-бетон күпер төҙөлгән, храмға тиклем һуҙылған 1,5 километрлыҡ юлға асфальт түшәлгән. Храм биләмәһе төҙөкләндерелгән һәм кирбес ҡойма менән кәртәләнгән, эске реставрациялау эштәре башҡарылған. Сиркәүҙең Изге Никольский музейы ҡарарға килеүселәр өсөн көн һайын асыҡ.

Тарихи-мәҙәни үҙәктә шулай уҡ сиркәү манараһы ла эшләй, ҡырҡ метр бейеклектәге манаранан теләүселәр тирә-яҡтағы матурлыҡ менән һоҡлана ала.

Мәхәллә кешеләре һәм үҙ теләге менән ярҙам итеүселәр көсө менән йыл һайын үҙәк биләмәһен һәм күлде сүп-сарҙан таҙартыу буйынса өмәләр үткәрелә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть