6 декабрь, Шишәмбе

04 август 2011 йыл, 16:55

Рөстәм Хәмитов ауыл халҡын эсер һыу менән тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе

автор: «Башинформ» | фото: Андрей Старостин

Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш райондарына эш сәфәре барышында Рөстәм Хәмитов Николо-Березовка ауылында булды, унда ул насос станцияһын реконструкциялау барышы менән танышты.

Республика башлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, Президент Краснокама районының етәкселеге менән ауыл халҡын сифатлы эсер һыу менән тәьмин итеү мәсьәләләрен тикшерҙе. Әлеге ваҡытта районда халыҡтың һыу менән тәьмин ителеше ярайһы уҡ яҡшы хәлдә булмауы билдәләнде. Селтәрҙәрҙең туҙыуы йыш ҡына эштәге өҙөклөктәргә килтерә, быға бәйле күп кенә һыу ағып бөтә.

Проблеманы хәл итеү өсөн районда «2009-2011 йылдарға Краснокама районы халҡын сифатлы эсер һыу менән тәьмин итеү» маҡсатлы программаһы ҡабул ителгән, унда башҡа саралар менән бер рәттән Николо-Березовка ауылының һыу менән тәьмин итеү системаһын реконструкциялау ҙа ҡаралған.

Подряд ойошмалары төҙөлөш эштәрен 2010 йылдың көҙөндә башлаған. Эштәрҙе тамамлау өсөн яҡынса 14,5 миллион һум кәрәк.

Белгестәр фекеренсә, реконструкциялау буйынса эштәрҙең тамамланыуы Николо-Березовка ауылының һыу менән тәьмин ителеү мәсьәләһен 70 процентҡа хәл итергә ярҙам итәсәк.

Шулай уҡ Рөстәм Хәмитов 230 өйҙө йылылыҡ менән тәьмин иткән реконструкцияланған ҡаҙанлыҡты ҡараны. Объект 2010 йылда файҙаланыуға индерелгән. Йәнә ауылдың социаль объекттарын тәьмин иткән икенсе ҡаҙанлыҡты реконструкциялау планлаштырыла.