10 декабрь, Шәмбе

04 август 2011 йыл, 15:36

Башҡортостан Президенты Краснокама районындағы ауыл Мәҙәниәт йортоноң төҙөлөш майҙансығында булды

автор: «Башинформ» | фото: Андрей Старостин

Краснокама районының Яңы Ҡабан ауылында Рөстәм Хәмитов 300 урынға иҫәпләнгән ауыл Мәҙәниәт йортоноң төҙөлөш майҙансығында булды. Социаль-мәҙәни объект 2001 йылда төҙөлә башлаған, ләкин финанс мәсьәләләре арҡылы 2004 йылда төҙөлөш эштәре туҡталған.

Рөстәм Хәмитов төҙөлөштө тамамлау перспективалары менән ҡыҙыҡһынды. Әлеге ваҡытта бында стеналар төҙөлгән, ҡыйыҡ ябылған, тәҙрәләр ҡуйылған, эске биҙәү эштәре башланған.

Республика Президентына тәүҙә проекттың ауыл клубы өсөн эшләнеүе, аҙаҡтан ауыл Мәҙәниәт йорто бинаһында шулай уҡ ауыл хакимиәте, колхоз идаралығы, табип кабинеты, дарыухана, китапхана һәм тағы бер нисә социаль объекттарҙы урынлаштырырға ҡарар ителеүе тураһында һөйләнеләр. Төҙөлөштө тамамлау өсөн яҡынса 64 миллион һум кәрәк буласаҡ, тип хәбәр итә республика башлығының матбуғат хеҙмәте.