Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.35 ↑

EUR 63.18 ↑

20 ғинуар, Йома

Уфа   °

Краснокама районында Рөстәм Хәмитов мәғариф объекттарында булды

Йәмғиәт

4 августа эш сәфәре сиктәрендә Рөстәм Хәмитов Краснокама районы Ҡуян ауылының мәғариф объекттарында булды.

Балалар сәнғәт мәктәбендә республика Президентына уҡыусылар «Кәкүк сәйе» бейеүен күрһәтте, был бейеү менән улар «Байыҡ-2011» республика башҡорт бейеүҙәре конкурсында икенсе дәрәжәләге лауреат исемен алған.

Рөстәм Хәмитов хореография композицияһының авторы менән ҡыҙыҡһынды. Бейеүҙең сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Лилиә Хажиева менән ҡуйылыуы асыҡланды.

Шулай уҡ Ҡуян ауылында Башҡортостан Президенты урындағы мәктәптең яңы уҡыу йылына әҙерлеген тикшерҙе. Уҡыу йорто бинаһы – 1987 йылда, уға төкәтмә 1998 йылда төҙөлгән. Мәктәп 650 урынға иҫәпләнгән. 1 сентябрҙә бында 608 бала һәм үҫмер киләсәк. Рөстәм Хәмитов мәктәп яны участкаһын ҡараны. Уның төп ғорурлығы – ҙур сейә баҡсаһы. Артабан Башҡортостан Президенты уҡыу корпусында булды, тип хәбәр итә республика башлығының матбуғат хеҙмәте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть