10 декабрь, Шәмбе

04 август 2011 йыл, 13:44

Рөстәм Хәмитов: «Ауыл хужалығы беҙҙең өсөн - өҫтөнлөклө йүнәлеш»

автор: «Башинформ»

4 августа Краснокама районында Рөстәм Хәмитов «Алға» тоҡомсолоҡ заводы» ауыл хужалығы етештереү кооперативы баҫыуында булды. Башҡортостан Президенты мал аҙығы культураларын урып йыйыу барышын тикшерҙе, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтендә.

«Алға» тоҡомсолоҡ заводы» ауыл хужалығы етештереү кооперативы иген, ҡуҙаҡлы иген һәм мал аҙығы культураларын үҫтереү, эре мал үрсетеү, һөт етештереү һәм һатыу менән шөғөлләнә. Хужалыҡ етәкселеге һүҙҙәренә ҡарағанда, һөт-тауар фермаһын модернизациялау зарур. Һыйыр аҙбарын модернизациялау өсөн смета документацияһы әҙер. Киләсәктә хужалыҡ һөтлө малсылыҡты үҫтереү өсөн мал һанын арттырырға уйлай.

Продукцияның һатып алыу хаҡы түбән булыуы һәм яғыулыҡ-майлау материалдарына хаҡтарҙың юғары булыуы хужалыҡтың төп мәсьәләләре булып тора.

Рөстәм Хәмитов аграрийҙарҙан субсидия алыуҙары хаҡында ҡыҙыҡһынды. Уның күләме, асыҡланыуынса, керемдең яҡынса биштән бер өлөшөн тәшкил итә. Һөтсөлөк фермаларын тергеҙеү һәм реконструкциялауға килгәндә, Башҡортостан Президенты ғәмәлдәге малсылыҡ фермаларына аудит үткәреүҙе күҙ уңында тотҡан «500 ферма» программаһының республикала тәүге этабы тормошҡа ашырылыуын иҫкә төшөрҙө. Киләһе йылдан проблемалы фермаларҙы тергеҙеү башланасаҡ.

— Һәр районда кәмендә 2-3 фермаға ремонт яһаласаҡ, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Бер нисә районда төҙөлөп бөтмәй ташланған фермалар бар. Улар өсөн дә аҡса бүленәсәк һәм фермалар файҙаланыуға индереләсәк.

Президент һүҙҙәренә ҡарағанда, шулай уҡ аграрийҙарға мотор яғыулығын арзан хаҡ менән һатыу һәм ферма хужалыҡтарын субсидиялау буйынса эш дауам ителәсәк.