Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.50 ↓

EUR 63.94 ↓

24 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан «Мәскәү – Екатеринбург» юғары тиҙлекле магистрале төҙөлөшөндә ҡатнашырға уйлай

Иҡтисад

Башҡортостан етәкселеге «Мәскәү – Екатеринбург» (ВСМ-2) юғары тиҙлекле магистрале төҙөлөшөн тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыу буйынса әүҙем эш алып бара. Был хаҡта 3 августа үткән брифингта БР Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары Сергей Афонин журналистарға хәбәр итте.

— Был мәсьәләлә шулай уҡ Свердлов өлкәһе һәм Татарстан да әүҙем ҡатнаша, — тине вице-премьер. – Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте етәксеһе Владимир Якунин менән ВСМ-2 темаһын тикшерҙе һәм уның тарафынан хуплау тапты. Беҙ магистралдең Өфө аша үтеүен теләйбеҙ.

Республика проектта транзит нөктәһе генә булып ҡалмаһын өсөн Башҡортостан етәкселеге әүҙем эш алып барасаҡ, тип белдерҙе Сергей Афонин.

ВСМ-2 байтаҡ ҡалаларҙы үҙ эсенә аласаҡ. Улар иҫәбендә: Өфө, Ҡаҙан, Пермь, Владимир, Түбәнге Новгород, Һамар.

ВСМ-2 магистралендә поезд тиҙлегенең сәғәтенә 400 километрға тиклем булыуы планлаштырыла. Магистраль пассажирҙар ташыу процессына һәм мәсьәләнең иҡтисади өлөшөнә ыңғай үҙгәрештәр индерә аласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть