8 декабрь, Кесе йома

04 август 2011 йыл, 9:52

Башҡортостан инвалид балаларҙы дистанцион уҡытыуға 19 миллион һум аҡса бүләсәк

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостан властары 2011 йылда инвалид балаларҙы дистанцион уҡытыуға 19 миллион һум бүләсәк, йәнә 46 миллион федераль бюджеттан ебәреләсәк. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына БР Мәғариф министрлығында хәбәр иттеләр.

— Барлыҡ аҡсалар ҡорамалдар алыуға, уларҙы монтажлауға, тоташтырыуға һәм педагогтарҙы, инвалид балаларҙың ата-әсәләрен уҡытыуға йүнәлтеләсәк, — тип асыҡланы БР Мәғариф министрлығының махсус белем биреү бүлегенең баш белгес-эксперты Любовь Еремеева.

Балалар компьютер, сканер, фотоаппарат кеүек кәрәкле ҡорамалдар комплекты менән тәьмин ителәсәк. Алынған средстволар ярҙамында тағы 150 бала яңы уҡыу йылында өйҙә уҡыясаҡ.

Төбәктә компьютер технологиялары һәм интернет селтәре ярҙамында йәмғеһе 197 инвалид бала белем ала.

— 2010 йылда Өфөнөң VI төр 13-сө махсус (коррекцион) дөйөм белем биреү мәктәп-интернаты нигеҙендә мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы дистанцион уҡытыу үҙәге эшләй башланы. Һуңыраҡ беҙ был үҙәктең филиалдарын Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Туймазы ҡалаларында астыҡ, — тип әйтә Любовь Еремеева. – Шулай уҡ улар яҡындағы район һәм ҡалаларҙан балаларҙы уҡыта. Һәр береһе унға яҡын территория менән эшләй.

Балаларға рус теле һәм математика буйынса белем биреү өсөн уҡытыусылар өйгә килә, ә мотлаҡ программаның башҡа предметтарын уҡыусылар интернет селтәре аша өйрәнә.

Ләкин балаларҙы бер бүлмә сиктәрендә тотмаҫ өсөн, уларҙы педагогтар менән аралашыу, сараларҙа ҡатнашыу маҡсатында Өфөнөң уҡытыу үҙәгенә һәм филиалдарға алып баралар. Мөмкинлектәре сикләнгән балалар йәмғиәттән айырмалы рәүештә йәшәргә тейеш түгел, тип иҫәпләйҙәр мәғариф ведомствоһында.

Һәм йәнә 500 инвалид бала бөгөнгө көнгә республикала дистанцион уҡытыуға мохтаж.