Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.21 ↓

EUR 63.62 ↑

25 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда «Үҙебеҙҙекен һайла – үҙебеҙҙекен һатып ал!» акцияһы башланыуы хаҡында иғлан ителде

Иҡтисад

Башҡортостанда республика етештереүселәренә ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән «Үҙебеҙҙекен һайла – үҙебеҙҙекен һатып ал!» акцияһы башланды. Акция маҡсаттары һәм бурыстары хаҡында уның ойоштороусылары 3 августа «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында әйтте.

Матбуғат конференцияһында Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Илдар Ғәрифуллин,  БР Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Илдар Әхмәтшин, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Марат Ғәлиуллин,  БР Ауыл хужалығы министрлығының аҙыҡ-түлек баҙарҙарын һәм хужалыҡ итеүҙең бәләкәй формаларын үҫтереү бүлеге начальнигы Валерий Белов ҡатнашты.

Илдар Ғәрифуллин билдәләүенсә, «Үҙебеҙҙекен һайла – үҙебеҙҙекен һатып ал!» акцияһы –Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы башланғысы, ул Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың аҙыҡ-түлек баҙарында маҡсатлы рәүештә үҙебеҙҙең республикала етештерелгән продукцияны һатыу кәрәклеге тураһындағы тәҡдименә бәйле. Акция ағымдағы йылдың 25 июлендә башланды һәм артабан да дауам итәсәк. Бөгөнгө көнгә 300-ҙән ашыу төбәк сауҙа предприятиелары һәм тауар етештереүселәре унда ҡатнашыу теләген белдергән.

Һатып алыусыларға акция хаҡында белгертеү өсөн сауҙа залдарының стендтарында тауарҙары сауҙа ойошмаһында тәҡдим ителгән республика етештереүселәре исемлеге урынлаштырыла. Магазинға инеү урынында һәм сауҙа залында «Үҙебеҙҙекен һайла – үҙебеҙҙекен һатып ал!» акцияһының эмблемаһы төшөрөлгән плакат эленәсәк. Республикала етештерелгән тауарҙар уларҙың хаҡтары күрһәтелгән эмблемалы махсус билгеләр менән билдәләнә.

Илдар Ғәрифуллин әлеге акцияның уңышлы үтәсәгенә ышанысын белдерҙе. Сарала ҡатнашыусылар тураһында мәғлүмәт йыйылып барыласаҡ һәм тикшереләсәк, үҙебеҙҙең төбәктә етештерелгән продукция тураһындағы мәғлүмәт Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы сайтында урынлаштырыласаҡ, тип шулай уҡ белдерҙе ул.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть