Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.48 ↑

EUR 73.48 ↓

19 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә тәүге көҙгө ауыл хужалығы йәрминкәләре 17 сентябрҙә старт ала

Иҡтисад

— Өфөлә йолаға әүерелгән көҙгө ауыл хужалығы йәрминкәләре 17 сентябрҙә башланасаҡ. Ә унан алда 10 сентябрҙә Һөт фестивале һәм бал йәрминкәһе үтәсәк. Продукттар менән һатыу итеү ҡала халҡы өйрәнгән урындарҙа ойоштороласаҡ, әлегә майҙансыҡтар исемлегенә асыҡлыҡ индерелә, — тине Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Марат Ғәлиуллин «Үҙебеҙҙекен һайла – үҙебеҙҙекен һатып ал!» акцияһы башланыуына бағышланған «Башинформ» агентлығында үткән бөгөнгө матбуғат конференцияһында.

Уның фекеренсә, ауыл хужалығы йәрминкәләрен үткәреү – урындағы етештереүселәрҙең продукттарын һатыуҙың бер яҡшы формаһы. Ә халыҡҡа был сара ҡулайлы хаҡтар менән продукттар һатып алыу мөмкинлеген бирә.

— Алдағы йылдарҙағы кеүек үк йәрминкәләр яңы йыл байрамдарына тиклем дауам итәсәк. Ләкин барыһы ла һауа торошона бәйле, — тип асыҡлыҡ индерҙе Марат Ғәлуллин. – Быйыл беҙ айырыуса иғтибарҙы һатыу итеү шарттарына йүнәлтәсәкбеҙ. Продукттарҙың ерҙә ятыуы дөрөҫ түгел. Шуға күрә беҙ ауылдарҙан килгән һатыусылар үҙҙәренең продукттарын һала алырлыҡ махсус өҫтәлдәр әҙерләйәсәкбеҙ.

автор: Любовь Колоколова
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть