4 декабрь, Йәкшәмбе

03 август 2011 йыл, 13:00

Башҡортостанда тулайым һауым бер миллион тоннанан артҡан

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостандың ике районы хужалыҡтары һауым буйынса өс меңлек сикте үткән. Шулай итеп, Тәтешле районы аграрийҙары йыл башынан алып һәр һыйырҙан уртаса 3164 килограмм һөт алған, Саҡмағош аграрийҙары – 3088 килограмм. Шулай уҡ Дүртөйлө, Стәрлетамаҡ һәм Өфө райондары хужалыҡтары ла был сиккә яҡынлаша. Республика буйынса бөгөнгө көнгә йыл башынан алып һәр һыйырҙан 2024 килограмм һөт һауып алынған. Был хаҡта БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.

Башҡортостанда тулайым һауым ағымдағы йылдың ете ай эсендә бер миллион тоннанан артҡан, уларҙың 390 мең тоннанан ашыуы һатылған. Һауым һәм һатыу буйынса эштәр киләһе райондарҙа яҡшы ойошторолған: Стәрлетамаҡ (23796 тонна һәм 21361 тонна), Саҡмағош (22154 тонна һәм 21568 тонна), Дүртөйлө (18842 тонна һәм 15895 тонна) һәм Илеш (16126 тонна һәм 15092 тонна).