9 декабрь, Йома

03 август 2011 йыл, 11:49

Рөстәм Хәмитов Михаил Нестеров тыуыуына 150 йыл тулыуҙы билдәләү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы

автор: «Башинформ»

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Билдәле рус рәссамы, Башҡорт дәүләт художество музейына нигеҙ һалыусы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Михаил Василий улы Нестеров тыуыуына 150 йыл тулыуҙы билдәләү тураһында» Указына ҡул ҡуйҙы.

Указға ярашлы, Михаил Нестеров тыуыуына 150 йыл тулыу айҡанлы юбилей саралары 2012 йылда үтәсәк.

Хөкүмәткә юбилей саралары планын әҙерләргә ҡушылды.

Указдың тормошҡа ашырылыуын контролдә тотоу Башҡортостан Президенты Хакимиәтенә йөкмәтелде, тип хәбәр итә республика башлығының матбуғат хеҙмәте.