10 декабрь, Шәмбе

03 август 2011 йыл, 11:26

Башҡортостандың йәш ғалимдарына РФ Президенты гранттары тапшырылды

автор: Эльмира Сабирова | фото: Дмитрий Слезин

Башҡортостандың алты йәш ғалимы 2011 йылда Рәсәй Президенты гранттарына лайыҡ булды. Уларҙы алыу өсөн танытмаларҙы ғилми хеҙмәткәрҙәргә шишәмбе, 2 августа, Башҡортостан Республикаһы буйынса федераль инспектор Алексей Ковальский тапшырҙы.

Бөгөн илебеҙ алдында торған модернизация буйынса масштаблы бурыстар үҙҙәрен хәл итеү өсөн йәмғиәт һәм дәүләт ҡоролошоноң барлыҡ өлкәләрендә лә инновацион сараларҙы ҡулланыуҙы талап итә, тине ул танытмалар тапшырыу тантанаһы алдынан. Тәү сиратта был фән өлкәһенә ҡағыла.

— 90-сы йылдарҙа ғилми хеҙмәткәрҙәрҙе финанслауға бәйле проблемалар йәш кадрҙарҙың Рәсәйҙең ғәмәли һәм фундаменталь фәндәренән китеүенә килтереүен һеҙ беләһегеҙ, кемдер башҡа эшмәкәрлек өлкәһенә күсте, кемдер сит илгә сығып китте. Ул осорҙа илдәге фәндең ауыр хәлдә ҡалыуын танырға кәрәк, — тине Алексей Ковальский.

Ләкин федераль инспектор әйтеүенсә, бөгөн дәүләт тарафынан иғтибар һәм аҡсалата ярҙам бүленеүгә нигеҙләнгән фәндең яңы инфраструктураһы булдырыла.

— 2010 йылдан алып 2013 йылға тиклемге осорҙа фәнгә ярҙам күрһәтеү ниәтендә федераль бюджетта йәмғеһе 14 миллиард һум күләмендә финанслау ҡаралған, — тип билдәләне Алексей Ковальский.

«Инженер һәм техник фәндәр» йүнәлеше буйынса грант алыусылар иҫәбенә Башҡорт дәүләт университетынан бер юлы ике кеше инде – ҡулланма физика кафедраһы доценты Рәсүл Зинәтуллин һәм уның хеҙмәттәше Вадим Захаров. Был номинацияла йән бер грант алыусы — Өфө дәүләт авиация техник университетынан Александр Кишалов. «Химия, яңы материалдар һәм химия технологиялары» йүнәлеше буйынса – Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Органик химия институтынан Вадим Миңғәлиев. «Биология, ауыл хужалығы фәндәре һәм йәнле система технологиялары» йүнәлеше буйынса — Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Биохимия һәм генетика институтынан Юлиә Вәхитова. «Ижтимағи һәм гуманитар фәндәр» йүнәлеше буйынса – Башҡорт дәүләт университетынан Сергей Шаулов.

Өҫтәп үтәйек, Рәсәйҙең йәш ғалимдары – фән кандидаттары һәм докторҙарына дәүләт ярҙамы күрһәтеү ниәте менән РФ Президенты гранттары ике йыл дауамында бүленә. Улар РФ фәне, технологиялары һәм техникаһы үҫешенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре буйынса фундаменталь һәм практик тикшеренеүҙәр үткәреүгә киткән сығымдарҙы финанслау өсөн бирелә. Фән кандидаты өсөн грант күләме йылына – 600 мең һум, фән докторы өсөн 1 миллион һум тәшкил итә.