8 декабрь, Кесе йома

03 август 2011 йыл, 9:37

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһының Аксаков музейын яңынан тергеҙергә ҡушты

автор: «Башинформ»

2 августа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Башҡортостан Республикаһының Аксаков музейы тураһында»ғы Указға ҡул ҡуйҙы.  

Республика халыҡтарының милли-мәҙәни ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү, артабанғы социаль һәм рухи үҫеше өсөн шарттар булдырыу маҡсатында Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһының Аксаков музейын яңынан тергеҙергә бойорҙо.

Башҡортостан Хөкүмәтенә Бәләбәй районы хакимиәте менән берлектә С.Т.Аксаковтың мемориаль йорт-музейында ремонт һәм тергеҙеү эштәрен үткәреүҙе күҙ уңында тотоп, Аксаков музейын тергеҙеү һәм уның эшмәкәрлеген тәьмин итеү буйынса саралар планын әҙерләргә ҡушылды.

Указдың тормошҡа ашырылыуын контролдә тотоу Башҡортостан Президенты Хакимиәтенә йөкмәтелде, тип хәбәр итә республика башлығының матбуғат хеҙмәте.