9 декабрь, Йома

02 август 2011 йыл, 17:59

Рөстәм Хәмитов: Республика власы өсөн бәләкәй һәм урта бизнес үҫеше мәсьәләһе тәү сиратта тора

автор: "Башинформ" | фото: Олег Яровиков

Рөстәм Хәмитов Борай ауылында республиканың төньяҡ-көнбайыш райондарынан бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәре менән кәңәшмә үткәрҙе. Башҡортостан Президенты республикала эшҡыуарлыҡтың насар үҫешкәнлеген әйтте. Был административ кәртәләр менән дә, матди ауырлыҡтар менән дә бәйле. Кредит ресурстарының, етештереү майҙандарының етмәүе һәм айырыуса власть тарафынан иғтибар етмәү – былар барыһы ла бәләкәй бизнес мәсьәләләрен тағы ла киҫкенләштерә.

Башҡортостан Президенты менән һөйләшеү барышында эшҡыуарҙар бәләкәй һәм урта бизнес хәлен яҡшыртырға тейеш күпселек яңы башланғыстарҙың урындарҙа бөтөнләй эшләмәгәнен әйтте.

— Башҡортостанда беренсе кварталда бәләкәй предприятиеларҙың етештереү күләме кәмене, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Һалымдарҙы арттырыу арҡылы кешеләр предприятиеларын яба йәки уларҙы башҡа төргә күсерә. Эшҡыуарҙарҙың бер проценты ғына дәүләт ярҙамы ала – был бик бәләкәй күрһәткес. Республика властары өсөн бәләкәй һәм урта бизнес үҫеше мәсьәләләре тәү сиратта тора. Миңә үҙ пландары буйынса эшләгән гиганттар өсөн уйларға кәрәк түгел. Ләкин мин бәләкәй бизнес үҫешенә нисек ярҙам күрһәтеү хаҡында уйларға тейешмен һәм муниципалитет башлыҡтарын да быға саҡырам.

Башҡортостанда бәләкәй эшҡыуарлыҡ тулайым республика продуктының биштән бер өлөшөн тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта бәләкәй бизнес өлкәһендә республиканың иҡтисади әүҙем халҡының өстән бер өлөшө мәшғүл.

Рөстәм Хәмитов эшҡыуарҙар менән кәңәшмә барышында бәләкәй бизнес үҫешен дәртләндереүгә йүнәлтелгән иң мөһим аҙымдарҙы билдәләне. Был – эшҡыуарҙарға дәүләт ярҙамы күрһәтеүҙе көйләгән ҡануниәткә төҙәтмәләр индереү, административ ҡаршылыҡтарҙы бөтөрөү, бизнесмендарҙың урындағы чиновниктарға бәйле булыуын кәметеү һәм башҡалар.

Кәңәшмә аҙағында Рөстәм Хәмитов республикаға иҡтисади үҫештең яңы сифатына күсеү урындарын табыу кәрәклеген әйтте.

— Административ ресурстар иҫәбенә генә иҡтисад ныҡ үҫешмәйәсәк. Конкуренттар беҙҙе ҡыҫырыҡлай һәм беҙгә уларҙан өйрәнергә оялмаҫҡа кәрәк. Республикалағы эшлекле климатты яҡшыртыу өҫтөндә бергәләп эшләргә тейешбеҙ, — тине Рөстәм Хәмитов, эшҡыуарҙарға мөрәжәғәт итеп.

Башҡортостан Президенты проблемалар хаҡында белеү һәм уларҙан сығыу юлдарын табыу өсөн эшҡыуарҙарҙы бындай кәңәшмәләргә йыш саҡырып торасағын әйтте.