Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63 ↓

EUR 70.36 ↑

18 ноябрь, Шәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов: Башҡортостанда инвесторҙар өсөн уңайлы шарттар булдырыла

Иҡтисад

Борай ауылында Рөстәм Хәмитов «Молочное дело — Бураево» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә һөт аҙыҡтары етештереүҙе ҡараны. Предприятие Борай май-сыр заводы милек комплексы нигеҙендә 2009 йылдан эшләй.

«Молочное дело — Бураево» проектына 2009-2010 йылдарҙа 200 миллион һумдан ашыу инвестициялар һалынған. Эшмәкәрлектең төп йүнәлеше – һөт аҙыҡтары етештереү. Предприятие ҡеүәте: йылына 11,160 мең тонна һөт аҙығы. Заводҡа һөт Борай районы хужалыҡтарынан, күрше райондарҙан, шулай уҡ Пермь крайынан һәм Татарстандан ебәрелә. Заводтың таҙартыу ҡоролмалары эше генә бер проблема булып ҡала. Киләсәктә предприятие етештерелгән продукция ассортиментын киңәйтергә планлаштыра.

Башҡортостан Президенты республикала инвесторҙар өсөн уңайлы шарттар булдырылыуын әйтте.

— Предприятиены ҙурайтыу тураһында уйлағыҙ, — тине Рөстәм Хәмитов.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть