9 декабрь, Йома

02 август 2011 йыл, 15:36

Борай үҙәк район дауаханаһының яңы корпусы 2012 йылда төҙөлөп бөтәсәк

автор: "Башинформ" | фото: Олег Яровиков

Борай үҙәк район дауаханаһында Рөстәм Хәмитов 1916 йылда төҙөлгән, әлеге ваҡытта авария хәлендә булған хирургия корпусын ҡараны.

2010 йылда эргәһендә 50 урынлыҡ дауалау корпусы төҙөлә башлаған. Ләкин объекттың Республика адреслы инвестицион программаһына индерелмәгән булыу сәбәпле төҙөлөш туҡтатылған. Йыһазландырыуҙы иҫәпкә алғанда, уның дөйөм хаҡы 180 миллион һум тәшкил итә.

Рөстәм Хәмитов объектты бындай хәлдә ҡалдырырға ярамағанын, төҙөлөштө ҡабаттан тергеҙеү һәм уны 2012 йылда тамамлау өсөн средстволар табыу кәрәклеген әйтте.

— Республика буйынса бындай төҙөлөп бөтмәгән объекттар 30 миллиард һумға төшә, ә республика бюджетында – 16 миллиард һумлыҡ дефицит, — тине Рөстәм Хәмитов. – Төҙөлөштө тамамлау өсөн средстволар, шул иҫәптән бюджеттан тыш аҡсалар эҙләйәсәкбеҙ.