Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

27 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда етештерелгән тауарҙар һатыу тәжрибәһен бөтә республикала йәйелдереү зарур

Иҡтисад

Борай районы үҙәгендә Рөстәм Хәмитов «Огонек» аҙыҡ-түлек магазинын ҡараны, унда ул тәҡдим ителгән продукция ассортиментын баһаланы. Магазинда яңыраҡ Башҡортостанда етештерелгән тауарҙарҙы һатыу буйынса маркетинг программаһы эшләй башлаған.

Магазин кәштәләрендә өҫтөнлөклө тәртиптә һөт, май, балыҡ, ярма, колбаса һәм ит изделиелары, икмәк кеүек урындағы продукция ҡуйыла. Магазинда «Үҙебеҙҙекен һайла, үҙебеҙҙекен һатып ал!» тигән яҙыулы сағыу плакаттар эленгән.

Рөстәм Хәмитов сауҙа үҙәге етәкселегенең был башланғысын хупланы һәм Башҡортостанда етештерелгән тауарҙарҙы һатыу буйынса әлеге тәжрибәне бөтә республикала йәйелдерергә кәрәклеген әйтте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть