3 декабрь, Шәмбе

02 август 2011 йыл, 14:10

Рөстәм Хәмитов: Ауыл хужалығында өҫтәп яҙыуҙарға юл ҡуйырға ярамай

автор: "Башинформ" | фото: Олег Яровиков

Эш сәфәре барышында Рөстәм Хәмитов Борай районында «Урожай» ауыл хужалығы кооперативының арыш һуғыуҙа иген урып йыйыу комплексының эше менән танышты.

Баҫыуҙа республика Президенты уңыш менән ҡыҙыҡһынды. Уның бөгөнгө көнгә һәр гектарҙан 20 центнер тәшкил итеүе асыҡланды. Ауыл хужалығында ысын күрһәткестәрҙе арттырыу ниәте менән өҫтәп яҙыу менән шөғөлләнергә ярамай, тине Рөстәм Хәмитов.

— Гектарынан 17-18 центнер күләмендә уңыш алдығыҙ икән — нәҡ шулай яҙығыҙ. Борай районы өсөн был да насар һөҙөмтә түгел, — тип билдәләне Башҡортостан Президенты.