10 декабрь, Шәмбе

02 август 2011 йыл, 13:11

Дүртөйлө ҡалаһының алтынсы кварталында 11 километр юл төҙөргә кәрәк

автор: "Башинформ" | фото: Олег Яровиков

Дүртөйлө ҡалаһында Рөстәм Хәмитов алтынсы кварталды үҙләштереү менән танышты. Бында 80 га майҙанда 2003 йылдан алып аҙ ҡатлы йорттар төҙөлә. Бөгөнгө көнгә кварталда шәхси йорт төҙөү өсөн 376 ер участкаһы һәм дүрт фатирлы торлаҡ йорттар төҙөү өсөн 11 ер участкаһы бүленгән. 92 йорт сафҡа индерелгән. Шулай уҡ аҙ комплектлы мәктәп төҙөү өсөн 2,65 гектарлыҡ ер резервы ла бар. Тәү сиратта кварталда газ торбаһын, һыу менән тәьмин итеү, канализация селтәрҙәрен үткәреү бурысы тора. Микрорайонға газ үткәреү проекты әҙер, газды быйыл үткәрергә вәғәҙә итәләр.

Алтынсы кварталдың үҙәк урамы ҡаланы М-7 федераль трассаһы менән тоташтыра. Киләсәктә ул Дүртөйлө ҡалаһының төп юлы булмаҡсы. Проект буйынса кварталда 11 километр юл төҙөргә кәрәк, уның смета хаҡы километрына 5-6 миллион һум тәшкил итә.

— Кешеләргә, тәү сиратта, өйҙәренә табан һуҙылған юл кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов. – Был мәсьәләне комплекслы хәл итеү зарур. Муниципалитеттар үҙ аҡсаларына ғына юлдар төҙөй алмаясаҡ. Проблеманан сығыу юлдарын табырға кәрәк – йәки аҡсаларҙы инфраструктура үҫтереү өсөн урындағы властарға бирергә, йәки быға маҡсатлы ресурстарҙы йүнәлтергә.

Башҡортостан Президенты Рәсәй Федерацияһында власты децентрализациялау һәм бюджет-ара мөнәсәбәттәр буйынса эш төркөмөнә инә.

— Әлеге эш сиктәрендә, атап әйткәндә, дәүләт юл фонды средстволары иҫәбенә урам юлдарын төҙөү мәсьәләһе ҡарала, — тине Рөстәм Хәмитов.