Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

23 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Дүртөйлө һәм Борай райондарында булды

Иҡтисад

30 июлдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре барышында Дүртөйлө һәм Борай райондарында булды. Республика башлығы ауыл хужалығы предприятиеларының, социаль объекттарҙың эше һәм райондарҙың инфраструктура үҫеше менән танышты.

Дүртөйлө районында Рөстәм Хәмитов Иҫке Байыш ауылы эргәһендәге «Племзавод «Россия» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте баҫыуҙарында уңыш йыйыу барышы менән танышты, ауыл хужалығы техникаһы торошо менән ҡыҙыҡһынды һәм механизаторҙар менән аралашты. Эш хаҡы предприятиела йыл һайын арта – быйыл уны 10-12 процентҡа арттырыу планлаштырыла. Рөстәм Хәмитов хужалыҡ пландары һәм һатыу мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһынды. Предприятиеның яңы техника һатып алырға һәм эре мал һанын арттырырға ниәтләүе асыҡланды.

— Ауыл хужалығындағы өлгәшеүҙәребеҙ – насар түгел, ләкин беҙ үҫештең интенсив темптарына ирешергә тейеш. Бының өсөн агросәнәғәт комплексында ҡайҙа көс һалырға кәрәклеген дөрөҫ билдәләү, производствоны ойоштороу юлдарын үҙгәртеү һәм яңы технологияларҙы ҡулланылышҡа индереү зарур, — тине Рөстәм Хәмитов.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть