11 декабрь, Йәкшәмбе

02 август 2011 йыл, 9:19

Рөстәм Хәмитов 5-се республика мәктәп-интернатының яңы спорт комплексы төҙөлөшөн тикшерҙе

автор: Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков

30 августа спорт йүнәлешендәге 5-се республика мәктәп-интернатында тәрбиәләнеүселәр өй туйлаясаҡ. 1 сентябрҙән улар спорт менән яңы корпуста шөғөлләнәсәк.

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов йома, 29 июлдә былтыр төҙөлә башлаған заманса күп функциялы спорт комплесын ҡараны. Уҡыу йорто директоры Геннадий Голдович республика башлығын йәшәү һәм күнекмәләр циклын яһау өсөн бөтә кәрәкле шарттар булдырылған яңы бина менән ҙур ғорурлыҡ менән таныштырҙы. Бында дүрт зал бар. Шулай уҡ һигеҙ сисенеү бүлмәһе, медицина кабинеты, душ бүлмәләре, тренерҙар бүлмәһе, гардероб бар. Бинаның дөйөм майҙаны – биш мең квадрат метр.

Комплекс эргәһендә күнекмә үткәреү стадионы төҙөлгән.

Әлеге ваҡытта мәктәпкә 280 бала йөрөй. Улар бөтә республиканан килгән һәләтле һәм перспективалы балалар, барыһы ла интернатта йәшәй.

— Юғары һөҙөмтәләргә өлгәшәбеҙ тиһәк, һәр ваҡыт күнекмәләр яһау мотлаҡ, — тине Президент менән һөйләшкәндә Геннадий Голдович. – Берҙәм майҙансыҡ булмағанлыҡтан, бөгөнгө көнгә тиклем ул процесс ауырлашҡайны, балаларға ҡала буйлап йөрөргә тура килде. Быға ваҡыт та, көс тә сарыф ителә ине.

Комплексты ҡараған ваҡытта Рөстәм Хәмитов уның проектлаусыһының кем булыуы менән ҡыҙыҡһынды.

— «Башкиргражданпроект», — тип яуапланылар Президентҡа.

— Мәктәп-интернатты спорт корпусы менән йылы үткәүел тоташтыра, — тине Геннадий Голодович.

Республика башлығы шулай уҡ төҙөлөш материалдарының, спорт ҡорамалдарының сифатын баһаланы. Бынан тыш, Рөстәм Хәмитов көйәрмәндәр өсөн уңайлы шарттар булдырыу кәрәклегенә иғтибарын йүнәлтте.

— Спортсыларға тамашасы кәрәк, тимәк, трибуналар булдырыу мотлаҡ, — тине Президент.

Һөйләшеү барышында Геннадий Голдович республика башлығы менән интернатта урындар етмәү мәсьәләһе менән бүлеште.

— Беҙ бында иң юғары кимәлдәге спорт ярыштарын үткәрәсәкбеҙ, — тине ул Президентҡа мөрәжәғәт итеп. – Ләкин минең, директор булараҡ, шунда уҡ проблемалар килеп тыуасаҡ. Интернатта урындар етмәй. Ярыштар үткәрелһә, мин Өфө тәрбиәләнеүселәрен өйҙәренә ҡайтарырға мәжбүр булам. Был үҙ сиратында уҡыуҙағы һәм күнекмәләр яһау процессындағы өҙөклөктәргә килтерәсәк. Беҙгә тағы ике ятаҡ төҙөргә кәрәк, бының өсөн урын да бар.

Башҡортостан Президенты был башланғысты хупланы һәм кәрәкле аҡсалар 2012 йылғы республика бюджетынан эҙләп табыласағын әйтте.

— Барыһын да аҙағынаса еткереү зарур. Һеҙ техник йәһәттән самалағыҙ, бының өсөн күпме аҡса кәрәклеген иҫәпләгеҙ, ә беҙ мөмкинлектәребеҙҙе ҡарарбыҙ. Мин комплекстың тулыһынса төҙөлөп бөтөү, төҙөлөштәге өҙөклөктәр булмау яҡлы, — тине Рөстәм Хәмитов.