4 декабрь, Йәкшәмбе

01 август 2011 йыл, 10:54

Башҡортостанда 2020 йылға тиклемге иҡтисади үҫеш стратегияһына төҙәтмәләр индереләсәк

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Олег Яровиков

Башҡортостанда төбәктең 2020 йылға тиклемге иҡтисади үҫеш стратегияһына төҙәтмәләр индереләсәк. Был мәсьәлә буйынса тәҡдимдәр 29 июлдә республика Президенты Рөстәм Хәмитов үткәргән кәңәшмәлә индерелде.

Стратегияның төп положениелары 2006 йылда уҡ әҙерләнгән булған. Ләкин ул ваҡыттан алып күп нәмә үҙгәрҙе, һәм был документтағы барлыҡ бурыстар ҙа үтәлмәгән. Был билдәле төҙәтмәләр индереүҙе талап итә. Әйткәндәй, хәҙер «2020» стратегияһына федераль кимәлдә лә бер нисә төҙәтмә индерелә.

Әлеге ваҡытта Башҡортостан иҡтисадының төп етешһеҙлектәренең береһе итеп Рөстәм Хәмитов тышҡы иҡтисади конъюнктураға ныҡ бәйле булыуҙы атап әйтте. Ул беҙҙә Рәсәйҙең уртаса төбәгендәгенә ҡарағанда күпкә юғарыраҡ.

— Республика тулайым төбәк продуктында экспорт өлөшө 40 процент самаһы тәшкил итә, — тине Башҡортостан Президенты. – Рәсәй буйынса был күрһәткес 30 процент тирәһе. Иҡтисади ҡеүәттебеҙҙе тәьмин итеү буйынса етди эш кәрәклеге аңлашыла.

Республиканың икенсе проблемаһы – ер ресурстарын файҙаланыуҙың түбән һөҙөмтәлелеге. Айырыуса төбәк Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән ер һалымын йыйыу буйынса артта ҡала. Ул Башҡортостанда биләмәнең бер квадрат метрына яҡынса туғыҙ мең һум тәшкил итә. Ә эргә-тирә күршеләрҙең был күрһәткесе 23 мең һумдан алып 65 мең һумға тиклемге кимәлдә.

Рөстәм Хәмитов республиканың эре предприятие хужаларының төбәктән ситтә булыуына ла иғтибарын йүнәлтте. Был уларҙы төбәктең иҡтисади программаларына индереүҙә ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Ләкин, быға ҡарамаҫтан, быны эшләү зарур. Был сәнәғәт гиганттары эргәһендә бәләкәй инновацион предприятиелар булдырылыуы ла шулай уҡ кәрәк. Әлеге бурыс республика етәкселеге тарафынан бер нисә ай элек үк ҡуйылғайны, ләкин был йүнәлештәге эштең алға китеүе әҙ кимәлдә.

Төбәк уңышлы үҫешһен өсөн, Рөстәм Хәмитов фекеренсә, бөгөн республикала өҫтөнлөк иткән административ ресурстан арынырға кәрәк. Ул, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Башҡортостанда элеккесә иҡтисадты модернизациялауҙың төп йүнәлеш биреүсе көсө булып тора. Ә был әҙ һөҙөмтәле алым. Өҫтән баҫым яһау түгел, административ түгел, иҡтисад рычагтарының эшләүе зарур.

— Нәҡ ошо төп проблемаларҙы һәм уларҙан сығыу юлдарын иҫәптә тотоп, республиканың 2020 йылға тиклемге иҡтисади үҫеш стратегияһына төҙәтмәләр индерелергә тейеш, — тип иҫәпләй Рөстәм Хәмитов.

Былтыр Мәскәү архитектура институты профессоры, РФ Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, Төбәк үҫеше буйынса комиссия рәйесе Вячеслав Глазычев етәкселегендәге эксперттар төркөмө Башҡортостанда булды. Улар республиканың ағымдағы социаль-иҡтисади хәлен баһаланы, дәүләт идараһы өлкәһендәге проблемаларҙы асыҡланы һәм артабанғы үҫеш перспективаларын билдәләне. Республиканың үҫеш стратегияһына төҙәтмәләр индергән саҡта эксперттар тәҡдимдәре лә шулай уҡ иҫәпкә алынасаҡ.