4 декабрь, Йәкшәмбе

29 июль 2011 йыл, 18:18

Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда урып йыйыу кампанияһына рәсми старт бирҙе

автор: Сергей Захаров | фото: Олег Яровиков

29 июлдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Ҡырмыҫҡалы районында барған иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын урып йыйыу буйынса республика семинар-кәңәшмәһендә сығыш яһаны. Президенттың матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, Рөстәм Хәмитов шулай уҡ баҫыуҙарҙа эшләгән ауыл хужалығы техникаһы өлгөләрен ҡараны һәм Башҡортостанда урып йыйыу кампанияһына рәсми старт бирҙе.

— Күк йөҙөн ҡаплаған был болоттар булыуына ҡарамаҫтан, кәйефтәрҙең көр, байрамса булыуын күрәм. Беҙҙең алда уңыш йыйыу менән бәйле өс айлыҡ тиерлек ауыр эш тора, — тине Президент, аграрийҙарға мөрәжәғәт итеп.

— Ҡайһы бер хеҙмәттәштәрем был уңышты рекордлы, ғәҙәти булмаған тип атап әҙ генә ҡабаланды. Уңыш – ул баҫыуҙа булған түгел, ә өҫтәлдә булған. Әгәр өҫтәлдә, элеваторҙарҙа яҡшы һәм сифатлы аҙыҡ-түлек продукттары булһа, улар етерлек кимәлдә булһа, шул саҡта ғына «беҙ мул уңыш йыйып алдыҡ», тип әйтәсәкбеҙ. Хәҙер беҙҙең алда һауа торошона, ойоштороуға, коллективтар менән идара итә белеүгә, тиҙ арала кәрәкле ҡарарға килә белеүгә, беҙ профессионализм тип атаған оҫталыҡҡа бәйле ауыр, ҡатмарлы эш тора, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

Көн элгәре Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының 100 йыллыҡ юбилей кисәһендә сығыш яһап, төбәк башлығы Башҡортостандың Рәсәй Федерацияһы ауыл хужалығы лидерҙары иҫәбендә булыуы хаҡында әйткәнен иҫкә төшөрҙө.

— Ләкин беҙ «лидерҙарҙың береһе» генә булырға теләмәйбеҙ, беҙ нәҡ лидер булырға теләйбеҙ, һәм беҙҙә бының өсөн барыһы ла бар. Беҙ тип, тәү сиратта, мин, әлбиттә, һеҙҙе күҙ уңында тотам, хөрмәтле хеҙмәттәштәр, — юғары класлы профессионалдар. Һеҙ барыһын да эшләй беләһегеҙ. Ерҙе нисек эшкәртергә беләһегеҙ, коллективтар менән нисек эшләргә беләһегеҙ, яңы, заманса технологияларҙы беләһегеҙ. Һеҙ эҙләнеүсе, мәғлүмәтле кешеләр. Шуның өсөн ҡуйылған бурыстарҙы үтәйәсәгебеҙгә шикләнмәйем, — тине республика Президенты.

Ул шулай уҡ республика райондарының урып йыйыуға әҙер булыуын әйтте.

— Беҙҙә техника бар, яғыулыҡ бар, кадрҙар бар, белем бар. Һәм беҙҙең Хөкүмәт, мин үҙем, һеҙҙең ауыр эшегеҙҙе әҙ булһа ла еңелләштереү, комфортлыраҡ итеү өсөн барыһын да эшләйбеҙ. Финанс йәһәттән булһа ла. Бюджет дефициты ҙур булыуға ҡарамаҫтан, беҙ ресурстарҙы йәлләмәйбеҙ, ай һайын ярайһы уҡ күләмдә ярҙам тәҡдим итәбеҙ. Ул йөҙләгән миллион һум менән үлсәнә. Был аҡсалар, белеүегеҙсә, юлда ятмай, улар көс түгеп эшләнә. Ләкин был ресурстарҙы ышаныслы ҡулдарға тапшырғаныбыҙҙы беләбеҙ, өҫтәлдәребеҙҙә ысынында ла мул уңыш булһын өсөн быны эшләүебеҙҙе беләбеҙ, — тине Рөстәм Хәмитов.

— Бер йыл эшләү осоронда беҙ хеҙмәттәштәр булып киттек, иптәштәр. Бер-беребеҙҙе белдек, беҙҙе халҡыбыҙ именлеге, республикабыҙ именлеге кеүек бер маҡсат берләштергәнен аңланыҡ. Эшләй белеүебеҙҙе, идеялар тыуҙырыу ғына түгел, һөҙөмтәләргә өлгәшә алыуыбыҙҙы күрҙек. Һәм халыҡ беҙҙән был һөҙөмтәләрҙе көтә лә инде. Беҙ уларҙың ышанысын аҡларға тейеш, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Президент.

Республика башлығы ауыл халҡына уңыштар, изгелек һәм именлек теләне.

— Һеҙ һәр ваҡытта ла миңә иптәшегеҙгә кеүек, етәксегә кеүек, республикабыҙҙың алға китеүен теләгән кешегә кеүек иҫәп тота алаһығыҙ, — тип белдерҙе Башҡортостан Президенты.