Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

22 ғинуар, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан буйынса эске эштәр министры итеп Михаил Закомалдин тәғәйенләнде

Сәйәсәт

29 июлдә Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев эске эштәр органдары системаһында кадрҙар тәғәйенләү буйынса бер нисә үҙгәреш индерҙе. 2011 йылдың 7 февралендәге «Полиция тураһында» 3-ФЗ һанлы Федераль законға ярашлы, дәүләт башлығы полиция генерал-майоры Михаил Закомалдинды, элекке вазифаһынан бушатып, Башҡортостан Республикаһы буйынса эске эштәр министры итеп тәғәйенләргә ҡарар итте, тип хәбәр итә kremlin.ru порталы.

Михаил Иван улы Закомалдин 1965 йылдың 5 сентябрендә Ҡурған өлкәһендә тыуған. Эске эштәр органдарында хеҙмәтен 1982 йылда СССР Эске эштәр министрлығының Омскиҙағы юғары милиция мәктәбе уҡыусыһы булып башлай. Уҡыуҙы тамамлағас, Ҡурған Совет районының Эске эштәр бүлеге енәйәтте тикшереү бүлегенең оператив вәкиле вазифаһына тәғәйенләнә. Уның артабанғы хеҙмәт эшмәкәрлеге криминаль милиция менән бәйле.

2007 йылдың 30 авгусынан министрҙың беренсе урынбаҫары, Кареля Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының криминаль милиция начальнигы вазифаларын биләгән, май айында эске эштәр министры итеп тәғәйенләнгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть