Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 66.67 ↑

24 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Беренсе канал Башҡортостан тураһында фильм төшөргән

Йәмғиәт

Беренсе канал Башҡортостан тураһында документаль фильм төшөргән. Был маҡсат менән «Хочу знать» программаһының тележурналистар төркөмө Михаил Ширвиндт менән Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Йылайыр райондарында һәм Сибай ҡалаһында булып ҡайтҡан.

Сибай хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге хәбәр итеүенсә, ҡунаҡтар башҡорт халҡының кәсептәре, кәрәк-яраҡтары, тормошо, ғөрөф-ғәҙәттәре менән ҡыҙыҡһынған. Сибайҙағы Халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәгенең уникаль эштәре, кейеҙҙән яһалған изделиелар, ҡулдан эшләнгән таҫтамалдар, ҡорама изделиелар, балсыҡ, таштан эшләнгән әйберҙәр камераға төшөрөлгән.

Шулай уҡ өзләү һәм думбыра, ҡубыҙ, ағас ҡубыҙ кеүек милли башҡорт музыка ҡоралдарында уйнау ҙа төшөрөлгән.

Видеоматериалдар башҡорт тапшырыуҙарының береһендә күрһәтеләсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть