5 декабрь, Дүшәмбе

29 июль 2011 йыл, 13:08

Эҫе һауа торошо Башҡортостанда һалҡын атмосфера фронты менән алышынасаҡ

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Эҫелек Башҡортостанда кәмей төшә. «Башинформ» агентлығына Башгидрометтың баш синоптигы Анна Козаева хәбәр итеүенсә, һауа температураһы дүшәмбенән башлап түбәнәйәсәк.

— Яуым-төшөм һәм ел булыу сәбәпле алдағы көндәрҙә ул тиклем эҫе булмаясаҡ, — тине Анна Козаева. – Йәкшәмбелә Башҡортостанға һалҡын фронт үтеп инәсәк. Көндөҙ республиканың төньяҡ райондарында 22-23 градус булыуы көтөлә. Көньяҡ райондарында – 30 градусҡа тиклем.

Алдағы аҙнаның урталарынан көндөҙгө иң юғары температура 16-21 градус буласаҡ. Төндә 5-10 градус йылылыҡ көтөлә.

темалар: һауа торошо