Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36 ↑

EUR 69.71 ↓

19 август, Шәмбе

Уфа   °

Йәштәр көнө Баймаҡ районында үтәсәк

Йәмғиәт

Йәштәр көнө 29-31 июлдә Граф күле буйында, Баймаҡ районының Мерәҫ ауылы эргәһендә үтәсәк. Байрам Башҡортостан Республикаһында Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылына арнала һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, йәштәрҙең «Маҡсат» төбәк йәмәғәт ойошмаһы ярҙамында үткәрелә. Был хаҡта БР Йәштәр сәйәсәте һәс спорт министрлығында хәбәр иттеләр.

Сараның төп маҡсаттары – Башҡортостан йәштәрен бергә туплау, сәләмәт тормошто пропагандалау, үҫеп килеүсе быуынды рухи-әхлаҡи тәрбиәләү.

Йәштәр көнөнөң программаһы ҙур һәм ҡыҙыҡлы. Футбол, волейбол, көрәш, көс экстримы һәм кикбоксинг буйынса спорт ярыштары ойоштороласаҡ. Төп сәхнәлә ҡыҙҙар араһында матурлыҡ конкурсы һәм егеттәр өсөн дә конкурс үтәсәк. Традицион рәүештә тирмәләр һәм милли аш-һыу конкурстары буласаҡ. Шулай уҡ байрам программаһында – художестволы үҙешмәкәрлек конкурсы, Шаяндар һәм тапҡырҙар клубы фестивале. Спорт һәм мәҙәни сараларҙан тыш, семинарҙар, тренингтар планлаштырыла.

Шулай уҡ саралар сиктәрендә Башҡортостандың алдынғы рок-төркөмдәре һәм популяр эстрада йырсылары ҡатнашлығында «Дәрүиш-Хан» төркөмө йырҙарының авторы һәм башҡарыусыһы Дим Мәннәнов иҫтәлегенә концерт үтәсәк.

Теги: йәштәр
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть