Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

30 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда 14 мең тонна иген һуғып алынған

Иҡтисад

Башҡортостанда иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын сабыу – республиканың 30 районында ҡайһы бер баҫыуҙарҙа, ашлыҡ һуғыу 14 районында алып барыла. Ауыл хужалығы буйынса консультация үҙәгенең һуңғы мәғлүмәттәренә ярашлы, ужым арышы һәм ужым бойҙайы, борсаҡ һәм арпа 23 мең гектар майҙанда сабылған, 6 мең гектар майҙанда һуғылған.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, уртаса уңыш һәр гектарҙан 22,9 центнер тәшкил итә, былтыр гектарынан 9,6 центнер уңыш йыйып алынған. Бөгөнгө көнгә 14 мең тонна иген һуғып алынған.

Алдан фаразлау буйынса, уртаса уңыш һәр гектарҙан 20-25 центнер була ҡалһа, тулайым урып һуғылған иген 3,3 миллион тонна тәшкил итәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть