10 декабрь, Шәмбе

29 июль 2011 йыл, 10:47

Рөстәм Хәмитов: «Башҡортостан Рәсәй ауыл хужалығында абсолют лидер булырға тейеш»

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Рәсәй ауыл хужалығында абсолют лидер булырға тейеш. Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының 100 йыллыҡ юбилейын билдәләгәндә бындай бурысты Рөстәм Хәмитов ҡуйҙы.

Бөгөн республика Рәсәй Федерацияһының алдынғы ауыл хужалығы төбәктәренең береһе булып тора һәм биш лидер иҫәбенә инә, тип билдәләне ул.

— Дөйөм алғанда был һөҙөмтә насар түгел, — тип иҫәпләй Рөстәм Хәмитов. – Ләкин беҙ был позицияларҙы арттырыу өсөн барыһын да эшләргә тейешбеҙ. Беҙ абсолют лидер булырға тейеш. Һәм буласаҡбыҙ ҙа. Беҙҙә бының өсөн барыһы ла бар – һәйбәт кадрҙар, яҡшы институт, ауыл хужалығы киңлектәре, технологиялар, күп һанлы техника.

Рөстәм Хәмитов беҙҙең ауыл тотороҡло буласағына ышанысын белдерҙе, һәм Башҡортостан етәкселегенең ауыл хужалығына ярҙам күрһәтергә ниәтләүе хаҡында әйтте.

— Республикабыҙ дәүләт власының ауыл халҡына һәр ваҡыт, ниндәй ҙә булһа хәлдә лә ярҙам итеп торасағына шикләнмәйем, — тине ул.

2010 йылда Башҡортостан федераль үҙәктән 3,5 миллиард һум күләмендә өҫтәмә ресурстар йәлеп итә алды һәм төбәктә ҡоролоҡ эҙемтәләрен йомшартыуға өлгәште. Бөгөн дә республика етәкселеге аграрийҙарға ярҙам күрһәтеүҙең яңынан яңы сараларын таба: яғыулыҡ һәм техника алыуҙа аҡсалата ярҙам итә, һөт етештереүселәр өсөн сығымдарҙы кәметә.

— Был ярҙам күрһәтеүҙе беҙ һәр ваҡыт дауам итәсәкбеҙ, тип ауыл халҡын ышандыра алам, — тип һүҙен йомғаҡланы Рөстәм Хәмитов.