8 декабрь, Кесе йома

28 июль 2011 йыл, 16:51

Башҡортостан муниципалитеттарына ихаталарҙы төҙөкләндереү өсөн 300 миллион һум аҡса бүленгән

автор: Сергей Захаров

Башҡортостандағы бәләкәй һәм уртаса ҙурлыҡтағы ҡалаларҙың йорт яны биләмәләрен төҙөкләндереү Президент программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә муниципалитеттар республика бюджетынан 300 миллион һум күләмендә адреслы ярҙам аласаҡ.

Был хаҡта 28 июлдә ҡала һәм район башлыҡтары менән осрашыуҙа БР Хөкүмәте Премьер-министр урынбаҫары Сергей Афонин хәбәр итте.

— Ихаталарҙы төҙөкләндереү буйынса бындай маҡсатды программа Башҡортостанда һуңғы 20 йыл эсендә тәүгә тормошҡа ашырыла, — тине вице-премьер. – Программаны ғәмәлгә ашырыу республиканың 22 ҡала һәм ҡала тибындағы ҡасабаһында юлдарҙы һәм йорт яны биләмәләрен ремонтларға мөмкинлек бирәсәк.

Ағиҙел, Баймаҡ, Бәләбәй, Белорет, Бөрө, Благовещен, Дәүләкән, Дүртөйлө, Ишембай, Күмертау, Мәләүез, Нефтекама, Октябрьский, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Учалы, Яңауыл, Межгорье ҡалалары һәм ҡала тибындағы Приют, Шишмә ҡасабалары субсидия аласаҡ. Уларҙа 1,391 миллион кеше йәшәй. Средстволар муниципалитеттар араһында халыҡ иҫәбенә ҡарап бүленәсәк.

27 июлдә БР Хөкүмәтенең тейешле бойороғона ҡул ҡуйылды. Аҡсаларҙың маҡсатлы һәм һөҙөмтәле файҙаланылыуын контролдә тотоу Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына йөкмәтелгән.