11 декабрь, Йәкшәмбе

28 июль 2011 йыл, 16:00

Өфөлә ярты йыл эсендә 22 яңы сауҙа объекты асылған

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Өфөлә «ИКЕА» саүҙа үҙәген асыу өсөн бер айҙан кәмерәк ваҡыт ҡалды. Һатып алыусылар өсөн ишектәр 25 августа асыласаҡ.

— «ИКЕА» компанияһының Өфөлә «МЕГА» күп функциялы комлексын төҙөү буйынса инвестиция проекты аҙағына яҡынлаша, — тине ҡала хакимиәтенең тышҡы иҡтисади бәйләнештәр бүлеге начальнигы Тимур Солтанов. — «ИКЕА»ны асыу 25 авгусҡа планлаштырыла. Йыл аҙағына, компания вәкилдәренең һүҙҙәренә ҡарағанда, үҙәк тулы ҡеүәтендә эшләп китәсәк.

Тәүге ярты йыллыҡта Өфөлә йәмғеһе 23 мең квадрат метрҙан ашыу күләмендә 22 яңы сауҙа объекты сафҡа индерелгән. Йән башына иҫәптә сауҙа майҙандарының һаны буйынса Башҡортостан баш ҡалаһы Рәсәйҙең миллионлы ҡалалары араһында алдынғы урындарҙы биләй. Өфөнөң ваҡлап һатыу һәм дөйөм туҡланыу селтәре 5 меңдән ашыу, шул иҫәптән 3 мең стационар объектты үҙ эсенә ала.

темалар: сауҙа