Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

30 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан торлаҡты сафҡа индереү буйынса Рәсәйҙең ун лидеры иҫәбенә инде

Иҡтисад

Башҡортостан торлаҡты сафҡа индереү буйынса Рәсәйҙең ун лидеры иҫәбенә инде: был күрһәткес буйынса республикабыҙ етенсе урында тора. Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәтенең мәғлүмәтенә ярашлы, ағымдағы йылдың тәүге ярты йыллығында илдә йәмғеһе 20,7 миллион квадрат метр күләмендә 243,2 мең фатир сафҡа индерелгән.

Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында торлаҡ төҙөлөшөнөң иң ҙур күләмдәре Мәскәү өлкәһендә — Рәсәй буйынса файҙаланыуға тапшырылған дөйөм торлаҡ майҙанының 9 проценты, Краснодар крайында – 7,9 процент, Татарстан Республикаһында – 5,7 процент, Төмән өлкәһендә — 4,6 процент, Санкт-Петербургта – 4,2 процент, Мәскәүҙә — шулай уҡ 4,2 процент, Ростов өлкәһендә — 3,9 процент, Башҡортостан Республикаһында – 3,8 процент, Нижегородка өлкәһендә — 3,1 процент, Свердловск өлкәһендә — 2,3 процент, Кемерово өлкәһендә — 2 процент. Рәсәйҙә файҙаланыуға тапшырылған дөйөм торлаҡ майҙанының яртыһынан күберәге ошо субъекттарҙа төҙөлгән, тип хәбәр ителә Росстат сайтында.

Быйыл Башҡортостан төҙөүселәре 2,1 миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа индерергә планлаштыра.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть