10 декабрь, Шәмбе

27 июль 2011 йыл, 18:21

Рөстәм Хәмитов «КАМАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры Сергей Когогин менән осрашыу үткәрҙе

автор: «Башинформ»

27 июлдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «КАМАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Сергей Когогин менән эш осрашыуы үткәрҙе. Осрашыу барышында Башҡортостан менән Рәсәйҙең эре автомобиль корпорацияларының береһе араһында хеҙмәттәшлекте киңәйтеү мәсьәләләре ҡаралды.

«КАМАЗ» менән хеҙмәттәшлек итеү республика өсөн бөтә яҡлап та мөһим, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. Уның предприятиелары беҙҙең территорияла эшләгәнгә генә түгел. «Беҙ һеҙҙең менән республика территорияһында урынлашҡан бер нисә предприятиеға бергә хужалыҡ итәбеҙ һәм килешеп, бергә эш итергә тейешбеҙ. Һәм, минең аңлауымса, был шулай булды ла, шулай буласаҡ та. Беҙ «КАМАЗ» менән үҙ пландарыбыҙҙы, оҙайлы сроклы үҫеш перспективаларын һәр ваҡыт сағыштырып торасаҡбыҙ, тип әйтә алам. Әлбиттә, яңы производстволар асыу, ауыл хужалығы, беҙҙең иҡтисад өсөн ҡоролмалар, механизмдар йыйыу  йәһәтенән яңы мөмкинлектәр алыу өсөн «КАМАЗ» ҡеүәтен йәлеп итергә теләр инек. Бөгөн ошо мәсьәләләр хаҡында һөйләшергә теләр инем», — тине республика башлығы.

«КАМАЗ» бизнесы өсөн Башҡортостан Татарстандан һуң әһәмиәте буйынса икенсе урында тора, тип билдәләне Сергей Когогин. Барлыҡ заводтар араһынан Нефтекамалағы «НефАЗ» тәүге бишәү иҫәбендә.

— Көрсөк осоронда беҙ Нефтекама буйынса позицияларҙы һаҡлап ҡалыу ғына түгел, ә уларҙы нығыта ла алдыҡ, тип иҫәпләйем. Бөгөн беҙ көрсөккә тиклемгә күләмдәргә сыҡтыҡ. Улар 2007-2008 йылдарҙағына ҡарағанда күберәк. Дөйөм алғанда Нефтекамала күләм етерлек кимәлдә, кешеләр ял көндәрендә лә эшләй. Нефтекаманың «Мерседес» өсөн платформалар үҙләштереүе бик мөһим, йәғни тәүге бәйләнештәр үҙ көсөнә инде һәм тәүге контракттар үтәлде лә инде, — тине Сергей Когогин.