10 декабрь, Шәмбе

27 июль 2011 йыл, 16:10

Өфөлә йәшәүселәр ҡала хакимиәтенең «ҡыҙыу пейджер»ына ярты йыл эсендә 15 меңгә яҡын мөрәжәғәт ебәргән

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфө халҡынан ҡала хакимиәтенә ағымдағы йылдың тәүге алты айы эсендә 14748 мөрәжәғәт килгән. 13740 осраҡта граждандар чиновниктарға яҙма рәүештә мөрәжәғәт иткән, ҡалған мәрәжәғәттәр «ҡыҙыу пейджер»ға ебәрелгән. Был хаҡта ҡала башлығында оператив кәңәшмәлә Өфө хакимиәтенең эш башҡарыу бүлеге начальнигы Александр Смирнов хәбәр итте.

Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, Өфөлә элеккесә граждандар әүҙемлеге үҫеүе күҙәтелә. Сағыштырыу өсөн, 2010 йылдың тәүге ярты йыллығында өфөлөләрҙән мөрәжәғәт әлегегә ҡарағанда 2267-гә кәмерәк килгән.

Мөрәжәғәттәрҙе тикшереү шуны күрһәтә: ҡала халҡы өсөн иң актуаль темаларҙың береһе булып ер менән файҙаланыу тора – был темаға 5,5 мең мөрәжәғәттә яҙылған. 2 меңдән ашыу мөрәжәғәт төҙөлөш һәм биналарҙы реконструкциялау мәсьәләләренә бәйле. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ темаһы буйынса өфөлөләр 2 меңгә яҡын һорау биргән. Шулай уҡ граждандарҙы урамдарҙы һәм өй алдарын төҙөкләндереү һәм ремонтлау, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәтенә тарифтар, йәмәғәт транспорты эше мәсьәләләре борсой.

Ҡала администрацияһына ебәрелгән мөрәжәғәттәрҙән тыш, халыҡ 22 мең тапҡыр ҡала властарына Өфө хакимиәтенең комитеттары һәм идаралыҡтары аша, 12,5 мең тапҡыр ҡаланың район хакимиәттәре аша мәрәжәғәт иткән.