Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Айҙар Ғәлимов һәм Иҙрис Кәлимуллин – Башҡортостандың халыҡ артистары

Йәмғиәт

Халыҡ яратҡан, башҡорт һәм татар эстрадаһының билдәле йырсылары Айҙар Ғәлимовҡа һәм Иҙрис Кәлимуллинға Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы исеме бирелде. «Айҙар» «Театр-студия» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма директоры Айҙар Ғәлимовҡа һәм Башҡортостан Республикаһының «Сайяр» йәштәр ижади үҙәге йәмәғәт ойошмаһы идараһы рәйесе Иҙрис Кәлимуллинға был юғары исемде биреү тураһындағы тейешле указға Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйҙы.

Айҙар Ғәлимовҡа Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы һәм Татарстан Республикаһының халыҡ артисы исемдәре бирелгәйне инде. 2011 йылдың 13 мартында 86 проценттан ашыу тауыш йыйып, ул Иглин бер мандатлы һайлау округынан БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутат та булып һайланғайны. Хәҙер Айҙар Ғәлимовтың Башҡортостан халыҡ артисы исеме лә бар.

Иҙрис Кәлимуллиндың да, яңы бирелгән халыҡ артисы исеменән тыш, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы исеме бар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть