4 декабрь, Йәкшәмбе

27 июль 2011 йыл, 13:55

Көньяҡ Корея журналистары Башҡортостан тураһындағы тәьҫораттары менән бүлеште

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин | фото: Олег Яровиков

Көньяҡ Корея журналистары Өфөгә килеп ҡайтыуҙан һуң ҡалған тәьҫораттары менән «Ханкук Ильбо» көндәлек гәзитендә бүлеште. Күптән түгел Рәсәй Һәм Көньяҡ Корея киң мәғлүмәт сараларының вәкилдәре араһында алмашыу программаһында ҡатнашыу сиктәрендә улар тәүгә Башҡортостанда булды. Журналистар бығаса Өфө менән таныш булмауҙары хаҡында әйтте.

«Бында нефть эшкәртеү заводы урынлашҡан, унан бензин Мәскәүгә тиклем ебәрелә. Дәүләт фермаларында көн һайын тиҫтәләгән тонна һөт етештерелә. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Өфөлә ҙур госпиталдәр булған», — тип хәбәр итә Көньяҡ Корея баҫмаһы.

Журналистар Башҡортостан баш ҡалаһының сәнәғәт үҫешенә айырыуса баҫым яһай. Атап әйткәндә, улар уҡыусыларға Өфөнөң авиация сәнәғәте һәм нефть эшкәртеү комплексы тураһында мәғлүмәт бирә.

Көньяҡ Кореянан хеҙмәттәштәребеҙ социаль өлкәне лә урап үтмәгән:

«Өфөлә миллиондан ашыу кеше йәшәй. Дөйөм Рәсәйҙәге демографик хәлдән айырмалы рәүештә, бында тыуымға зарланмайҙар».

Өфөлә торлаҡ, башҡа социаль объекттар һәм сауҙа-күңел асыу комплекстары төҙөүгә ҙур иғтибар бүленә, тип яҙа улар.