8 декабрь, Кесе йома

27 июль 2011 йыл, 12:28

Башҡортостанда элеваторҙарға иген культураларының тәүге уңышы оҙатылған

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостан элеваторҙарына иген культураларының тәүге уңышы оҙатыла башланы. Шулай итеп, «Старт» крәҫтиән хужалығының игенселәре үҫтергән ужым бойҙайының тәүге 20 тоннаһын Мәләүез элеваторы ҡабул итте. Белгестәр билдәләүенсә, был хужалыҡ һәр ваҡытта ла сифатлы иген тапшыра. Был юлы ла күрһәткестәр яҡшы.

Игендең тәүге уңышы «Ергән МТС-ы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Ергән элеваторы участкаһына ла оҙатылды. Салауат исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативы 33 тонна тәүге репродукция «Силәбе-99» арпаһын иген ҡабул итеү пунктына өс ылауҙа алып килгән. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығында хәбәр иттеләр.

Мәләүез районы хакимиәте башлығы Малик Вәхитов яҡшы уңыш өсөн игенселәргә рәхмәтен белдерҙе, шулай уҡ уны ваҡытында һәм юғалтыуһыҙ йыйып алыуҙарын теләне.