3 декабрь, Шәмбе

27 июль 2011 йыл, 11:21

Рөстәм Хәмитов Урман ауылын тергеҙеүҙе тикшерҙе һәм Иглиндағы төҙөлөш эштәренең сифатын баһаланы

автор: «Башинформ»

26 июлдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Иглин районына эш сәфәре барышында ағымдағы йылдың май айында хәрби часть келәттәрендәге ғәҙәттән тыш хәлдән һуң Урман ауылындағы тергеҙеү эштәрен тамамлау менән танышты.

Республика башлығы 1 сентябрҙә эшләй башлаясаҡ мәктәпте ҡараны. Бинала капеталь ремонт тамамлана. Рөстәм Хәмитов объектты ваҡытында файҙаланыуға тапшырыуҙы талап итте һәм мәктәп янында волейбол майҙансығы булдырырға бойорҙо.

Ауылдың балалар баҡсаһына хәҙер 22 бала йөрөй. 1 сентябрҙән мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһына 90 бала йөрөйәсәк, ә киләһе йылдан, балалар баҡсаһы Үҙәк хәрби округынан муниципалитет балансына күскәс, уны тулы ҡеүәтенә файҙаланыу планлаштырыла – учреждение 120 балаға иҫәпләнгән. Шулай итеп, балалар баҡсаһында урын етмәү менән бәйле көсөргәнешлек ауылда ике тапҡырға кәмейәсәк.

Шартлауҙан зыян күргән торлаҡ йорттарҙа тәҙрәләр тулыһынса пластик быяла пакеттарға алмаштырылған, эштән сыҡҡан бүлмә ишектәре урынына яңылары ҡуйылған, фатирҙарҙа газ плиталары һәм колонкалары монтажланған. Йылытыу миҙгеле башланыуға сафҡа индереләсәк яңы ҡаҙанлыҡ төҙөү эштәре августа башланасаҡ. Рөстәм Хәмитов ихаталарҙы төҙөкләндереү, атап әйткәндә йорт янындағы территорияларҙы йәшелләндереү кәрәклегенә иғтибарын йүнәлтте.

Башҡортостан Президенты ауыл халҡы менән аралашты һәм ремонт тамамланған бер нисә фатирҙы ҡарап сыҡты.

Иглин ҡасабаһында Рөстәм Хәмитов зыян күреүселәр өсөн төҙөлгән яңы йорттарҙағы төҙөлөш-монтажлау эштәренең сифатын баһаланы. Бында коттедж тибындағы 13 йорт һәм 3 күп фатирлы йорт төҙөлә. Хәҙер төҙөлөш эштәре тамамланған тиерлек. Яңы фатир асҡыстарын 6 сентәбрҙә тапшырырға планлаштырыла.