Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.14 ↑

EUR 67.14 ↓

23 июнь, Йома

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Хөкүмәтенә республика ҡалаларында ихаталарҙы төҙөкләндереү буйынса программа әҙерләргә ҡушты

Иҡтисад

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәтенә ихаталарҙы һәм йорт янындағы территорияларҙы төҙөкләндереү буйынса республика маҡсатлы программаһын әҙерләргә ҡушты. Программа республиканың бәләкәй һәм уртаса ҙурлыҡтағы ҡалаларына адреслы ярҙам күрһәтеүгә иҫәпләнгән.

Рөстәм Хәмитов башланғысы менән 2011 йылда был программаны тормошҡа ашырыу өсөн республика бюджетынан 300 миллион һум бүленәсәк. Был средстволар, Өфөнән тыш, 22 ҡалала һәм ҡала тибындағы ҡасабаларҙа юлдарҙы һәм өй яны территорияларын ремонтларға мөмкинлек бирәсәк. Субсидияларҙы Ағиҙел, Баймаҡ, Бәләбәй, Белорет, Бөрө, Благовещен, Дәүләкән, Дүртөйлө, Ишембай, Күмертау, Мәләүез, Нефтекама, Октябрьский, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Учалы, Яңауыл, Межгорье ҡалалары һәм Приют, Шишмә ҡала тибындағы ҡасабалар аласаҡ. Уларҙа 1,391 миллион кеше йәшәй. Средстволар муниципалитеттар араһында халыҡ иҫәбенә ҡарап бүленәсәк.

Өфөлә шулай уҡ ихаталарҙы төҙөкләндереү буйынса ҡаланың үҙенең программаһы ғәмәлгә ашырыла. Ул «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Рәсәй ҡалаларының яңы юлдары» проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Башҡортостан баш ҡалаһында йорт ихаталарын ремонтлау өсөн 574 миллион һум тотоноласаҡ.

Һуңғы 20 йыл эсендә Башҡортостан ҡалаларында йорт яны территорияларын төҙөкләндереү буйынса программа тәүгә тормошҡа ашырыла, тип хәбәр итә республика башлығының матбуғат хеҙмәте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть